"14 декабрь - Башҡорт теле көнө!

Декабрь 14, 2023 Просмотров: 279
14 декабрь- Башҡорт теле көнө! Башҡорт теле - ата-бабаларыбыҙҙың иң ғәзиз бүләге, халҡыбыҙҙың тәрән аҡылын, бай тарихын, ғөрөф - ғәҙәттәрен һәм йолаларын бергә туплап, беҙҙең көндәргә тиклем килтереп еткергән.
Шулай уҡ 14 декабрь – башҡорт халҡының атаҡлы мәғрифәтсе - шағиры М.Аҡмулланың тыуған көнө! Шул уңайҙан Ҡабыҡҡыуыш урта дөйөм белем  биреү мәктәбендә лә уҡытыусылар һәм уҡыусылар   ҡатнашлығында  төрлө саралар үтте. "Башҡорт телендә һөйләшәм" йырына  флешмоб, шиғыр бәйгеһе, Аҡмулла-яҡтылыҡ йырсыһы" тигән темаға асыҡ дәрес күрһәтелде.
   Туған тел – тормош сығанағы, белем шишмәһе. Һәр башҡорт өсөн телебеҙҙең һәр һүҙе матур, яғымлы, йомшаҡ, яҡын булһын. Туған телен һәр әсә балаһына өйрәтһен, ә бала ҙур бүләктәй ҡабул итеп, өйрәнһен. Туған теленә ихтирамлы кеше үҙ иленең, төбәгенең, ғаиләһенең шәжәрәһен, тарихын ҡәҙерләй. Башҡорт үҙ телен һаҡлап, үҫтереп, уның матурлығын һәм сафлығын юғалтмай, ҡәҙерләп йәшәһен.