"Башҡорт теленең диалекттары" темаһы буйынса класс сәғәте

Декабрь 16, 2024 Просмотров: 940
Башҡорт теле көнө айҡанлы 6 класта "Башҡорт теленең диалекттары" темаһы буйынса класс сәғәте үткәрелде. Уҡыусылар башҡорт теленең 3 диалекты барлығы, уларҙың үҙенсәлектәре тураһында мәғлүмәт алдылар. Дәрес барышында Стәрлебаш ерлегендә осраған диалект һүҙҙәре ҡаралды. Уҡыусылар уларҙы әҙәби тел менән сағыштырҙылар, айырым һәм оҡшаш яҡтарын билдәләнеләр. "Диалект һүҙҙәре беҙҙең тел байлығыбыҙҙы үҫтерә, байыта, "-тигән фекергә килде уҡыусылар. Класс сәғәтен башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Баһауетдинова үткәрҙе.