1. Родителям
  2. Новости
  3. Участие в программе по капитальному ремонту общеобразовательных учреждений на период до 2026 года

Участие в программе по капитальному ремонту общеобразовательных учреждений на период до 2026 года

Январь 20, 2022 Просмотров: 93
Мәктәп- туған ер йылыһын биреүсе, бала саҡ һәм үҫмер йылдар иҫтәлеген һаҡлаусы, йылдар дауамында үҙенә саҡырып, ололап ҡаршы алыусы изге йорт ул. Ҡабыҡҡыуыш ауылы мәктәбенең илле йылдан ашыу тарихы бар. Электән үҙенең ныҡлы белемле, көслө уҡытыусылары һәм уҡыусылары менән дан тотҡан мәктәп- зыялы, барлыҡ Ер шарына билдәле булған шәхестәре менән ғорурлана ала.
Илле йылдан артыҡ балаларға белем усағы булып гөрләп торған мәктәп, әлбиттә, бик таушалған. Эшләү дәүерендә бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт күрмәгән бина мораль яҡтан да хәҙерге заман талаптарына яраҡлаша, материаль яҡтан да ҡала мәктәптәре менән ярыша алмай.
Быйылғы йылды бик яҡшы яңылыҡ менән башлап ебәрҙе мәктәп коллективы. Киләһе, 2023 йылда, мәктәптә капиталь ремонт үткәреләсәк! Федераль кимәлдә ойошторолған, белем биреү учрежедениеларына капиталь ремонт башҡарыу Программаһына беҙҙең ауыл мәктәбе лә индерелгән. Ябай ауыл мәктәбен заман талаптарына ярашлы итеп, танымаҫлыҡ итеп үҙгәртерлек мөмкинселек тыуҙы. Хөрмәтле ауылдаштар, туғандар! Бирелгән Программа талаптарына ярашлы, проектлау һәм смета документтарының хаҡын ҡаплар өсөн беҙ үҙебеҙ спонсорҙар табырға тейешбеҙ. Әлбиттә, бер кешенең генә ҡулынан килә торған эш түгел. Мәктәп администрацияһы, уҡытыусылар коллективы һеҙгә мөрәжәғәт итә- ҡулығыҙҙан килгәнсе спонсорлыҡ ярҙамы күрһәтеүегеҙҙе һорай.
Мәктәп- ауылдың йөрәге, уның йөҙө. Һеҙҙең ярҙамығыҙ мәктәпкә яңы һулыш бирергә ярҙам итәсәк! Изге эштәр менән һүҙҙәребеҙҙе, теләктәребеҙҙе тормошҡа ашырайыҡ. Ҡайҙа ғына булһағыҙ ҙа, оло тормошҡа аяҡ баҫтырған, ныҡлы ҡанат биргән мәктәбебеҙгә ярҙам ҡулы һуҙырһығыҙ тип ышанып ҡалабыҙ.

РЕКВИЗИТЫ: Валюта получаемого перевода: Рубли (RUB)
Получатель: Суяргулова Алфинур Кабировна
Счет получателя: 40817810506006087244
Банк получателя: Башкирское отделение №8598 ПАО СБЕРБАНК г.Уфа.
БИК: 048073601
Корр.счет: 30101810300000000601
ИНН: 7707083893
КПП: 027802001
С уважением администрация МБОУ СОШ с.Кабакуш